#8Мартхалыҡараҡатынҡыҙҙаркөнөменән!
6 март Ҡармыш ауыл мәҙәниәт йортонда яҙҙың иң матур,иң мөғжизәле байрамдарының береһе 8 март халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнөнә арналған “Йәгеҙ әле ҡыҙҙар” бәйгеһе үткәрелде.
Тамаша башланыр алдынан мәҙәниәт йорто директоры Фәриҙә Юрис ҡыҙы килгән тамашасыларҙы ҡотлап үтте.
СВОла хеҙмәт иткән егеттәрҙең исән-һау әйләнеп ҡайтыуҙарын теләп,Умырзая вокал ансамбле сығыш яһаны.
Бәйгелә ике команда көс һынашты. Йыр-бейеү,мода күрһәтеү,салат әҙерләү ,интермедия күрһәтеү,прическа яһау һәм башҡа бик күп һынауҙар булды.
Жюри итеп хаҡлы ялда булған абруйлы уҡытыусылар һайланды. Улар үҙ сиратында дөрөҫ баһа бирҙеләр.
Шулай итеп бәйгелә дуҫлыҡ еңде.
Тамаша ҡарарға килгән ауыл халҡына ла бик оҡшаны.
Байрамда ҡатнашҡан ҡыҙҙарға ҙур рәхмәтемде еткерәм.
Барлыҡ ҡатын-ҡыҙҙарҙы байрам менән ҡотлайым!!!