Нисек инде китап уҡымайһың?
«Матур китаптар – ғәжәйеп нәмәләр күренәсәк көҙгө, аулаҡтағы серҙәш, яңғыҙлыҡта иптәш, көсһөҙлөктә ярҙамсы, хәсрәттәрҙә шатлыҡ килтереүсе, фекерҙәрҙе нурландырыусы, үткән замандарҙың хәлдәрен һөйләп тороусы, тарихты хикәйәт итеүсе, аҡыллы кешеләрҙең аҡылдарын күҙгә күрһәтеүсе, хаҡы арзан, файҙаһы күп нәмә.
Файҙалы китаптарҙы уҡыу күңелгә шатлыҡ килтерә, фекергә аҙыҡ була, зиһенгә ҡеүәт бирә”, – тип яҙған үҙенең «Нәсихәттәр» тигән китабында күренекле башҡорт ғалимы Ризаитдин Фәхретдинов.
Хәҙерге интернет заманында кеше китап уҡымай, тигән фекерҙе йыш ишетергә тура килә. Шулай ҙа китап уҡыу яратҡан шөғөлө булған кешеләр бик күп. Улар Ҡармыш ауылында ла бихисап. Шуларҙың береһе Вәлиев Ғарифулла Шәрифулла улы – Ҡармыш ауылы китапханаһының актив китап уҡыусыһы.
Уҡырға алған китаптарын йөкмәп, бына бөгөн дә Ғарифулла ағай китапханаға килеп керҙе. Иң тәүҙә ул китап кәштәләренән үҙенә уҡырға китаптар һайлап алды. Шуға иғтибар иттем: үҙенә кәрәкле алты китапты Ғарифулла ағай тиҙ генә һайланы. Шунан һуң беҙ оҙаҡ ҡына әңгәмәләшеп ултырҙыҡ.
«Китап уҡырға яратаһың инде, Ғарифулла ағай», – тинем мин.
“Нисек инде китап уҡымайһың? Уҡыһаң, ваҡыт файҙалы үтә, белмәгәнде беләһең. Мин китапты бәләкәй саҡтан уҡыным. Бигерәк тә һуғыш тураһында уҡырға яратам. Рус телендә лә, башҡорт телендә лә берҙәй уҡыйым. Эшләгән саҡта (күберәге ул фермала эшләгән – ат көткән) бик күп уҡып булмай ине. Хәҙер, пенсионер булғас, ваҡытым бар, рәхәтләнеп китап уҡыйым. Төндә йоҡлай алмаһам да, ҡулыма китап алам. Һәйбәт булһа, китаптан айырыла алмайым, тиҙерәк уҡып бөтөргә тырышам», – тип һөйләне Ғарифулла ағай.
«Бер кем дә, бер нимә лә онотолмай…» тип аталған китаптар күргәҙмәһен дә ҡараныҡ. Һәр бер китапты Ғарифулла ағай мөкиббән китеп ҡарай. «Хәтер» китабында һуғышта үлеп ҡалған ҡартатаһы Вәлиев Ғатаулла Хисмәтулла тураһындағы мәғлүмәтте тапҡас, ул: “Бына бит минең ҡартатайымдың да исеме бар”, – тип шатланып китте. Йөҙөнә ҡәнәғәтлек билдәләре сыҡты.
Мин Ғарифулла ағайҙы 30 декабрҙә Ҡармыш ауылы мәҙәниәт йортонда үткәреләсәк Шыршы байрамына саҡырҙым. Ул тоҡсайына китаптарын һалды ла ниндәйҙер бер эске күңел күтәренкелегендә өйҙәренә ҡайтып китте.
#Кармышевская_сельская_библиотека