logo
Кармышевская сельская библиотека
Муниципальное бюджетное учреждение культуры «Альшеевская межпоселенческая центральная библиотека» муниципального района Альшеевский район Республики Башкортостан
header img

Әҙәби – музыкаль кисә «Әсәйҙәр – тормош биҙәге»

Рәсәйҙә ноябрь айының һуңғы йәкшәмбеһендә иң матур байрамдарҙың береһе – Әсәйҙәр көнө билдәләнә.

Һәр быуын өсөн әсәй мөхәббәт һәм наҙлылыҡ өлгөһө, рухи ҡиммәттәрҙе һаҡлаусы булып тора. Әсәнең һиҙгер йөрәге, күңел йылыһы яҙмыштың аяуһыҙ елдәренән, ҡатмарлы хәл-ваҡиғаларынан һаҡлай. Нәҡ ул беҙҙә юғары кешелек сифаттары тәрбиәләй, изге эштәргә фатихаһын бирә.

Ҡатын – ҡыҙҙың бөтә матурлығы, бөтә күрке әсә булыуҙа. Әсә булыу – яуаплы һәм изгелекле бурыс.

23 ноябрҙә Ҡармыш мәҙәниәт йортонда китапхана һәм мәҙәниәт йорто хеҙмәткәрҙәре Әсәйҙәр көнөнә арналған «Әсәйҙәр – тормош биҙәге» тип аталған әҙәби – музыкаль кисә үткәрҙе.

Саҡырылған ваҡытҡа мәҙәниәт йортона төрлө йәштәге, байрамса кейенгән әсәйҙәр йыйыла башланы. Һәр береһенең ҡулында байрам сәйе өсөн бешерелгән тәмлекәстәр.

Ҡунаҡтарыбыҙ өҫтәл артына теҙелешеп ултырғас, бинабыҙға шунда уҡ йәнлелек, йәмлелек өҫтәлгәндәй булды. Һәр бер әсәлә сабырлыҡ, тыйнаҡлыҡ, түҙемлелек кеүек матур сифаттарҙы күрергә була.

Байрам бик матур, күтәренке кәйефтә үтте. Бер-беребеҙгә матур ҡотлау һүҙҙәре әйттек, йылмайыу бүләк иттек. Кисәнең программаһы ла фәһемле, ҡыҙыҡлы булды. Садыҡова Лидия, Мөхәррәмова Гөлсәсәк, Кәримова Фәйрүзә апайҙарҙың Әсәйҙәр тураһында үҙҙәре ижад иткән шиғырҙарын тыңлап, һөйөклө әсәйҙәребеҙҙе яҡты хистәр менән хөрмәтләп иҫкә алдыҡ. Шәймөхәмәтова Зөлфиә апай матур йырҙары менән моң донъяһында йөҙҙөрҙө. Шәймөхәмәтова Рәйфә апай ир балаларҙы, ә Зиннәтуллина Сәүйә апай ҡыҙ балаларҙы тәрбиәләү буйынса бай тәжрибәләре менән уртаҡлашты. Үҙе теккән башҡорт милли кейемендә байрам күрке булып ултырған Айһылыу апайыбыҙ балаларын нисек итеп аш-һыу бешереү серҙәренә өйрәтеүе тураһында һөйләне. Аҙнағолова Люциә Зәйнулла ҡыҙы, Садыҡова Лидия Ғәни ҡыҙы уҡытыусы һөнәрен үҙ балаларын тәрбиәләгәндә нисек ҡулланыуҙары тураһында хәтерҙәренә төшөрҙөләр. Сәлимова Зәңгиҙә, Әхтәмова Фаягөл, Әхтәмова Зөлхиҙә, Вәлиева Зәлиә, Садыҡова Хәлиҙә апайҙар уйын – көлкө менән сараны йәмләп ултырҙылар. Байрамыбыҙҙы музыкаль яҡтан биҙәүсе район мәҙәниәт һарайы артистары Нияз Ғиззәтуллин менән Артур Шәйәхмәтов башҡарыуындағы йыр – бүләк улы махсус хәрби операцияла ҡатнашҡан Зөлхиҙә апайҙың күңеленә хуш килгәндер, тип уйлайым. Кисәбеҙ концерт номерҙары менән үрелеп барҙы. Сәхнәлә сығыш яһаусыларҙың барыһын да алҡышлап ҡаранылар әсәйҙәр…

Байрамдың икенсе өлөшөндә күмәкләшеп сәй эстек, иҫтәлеккә фотоға төштөк.

Кисә тамамланды. Ниндәйҙер бер күңел күтәренкелеге, яҡты, матур уй – хыялдар менән өйҙәребеҙгә таралыштыҡ…

Киләсәктә ғүмер миҙгеленең ҡәҙерен белеп, һәр атҡан таңға ҡыуанып, изгелек орлоҡтарын сәсеп йәшәһәң генә был тормоштоң матурлығын күрергә мөмкин. Ошо сифаттарға эйә булған оло йөрәкле, ҡәҙерле әсәйҙәр, һеҙгә ныҡлы һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә именлеге теләйбеҙ. Балаларығыҙҙың ҡәҙер-хөрмәтенә төрөнөп, уларҙың изгелектәрен күреп йәшәргә насип булһын!

Әсәйҙәр, һеҙ – тормош биҙәге. Рәхмәт һеҙгә!

#Кармышевская_сельская_библиотека

#День_матери

#Литературно_музыкальный_вечер